Башҡорт теле көнө!
Декабрь 14, 2022
Просмотров: 18
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Красный Клин төп белем биреү мәктәбендә 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем башҡорт теле аҙналығы үтте. Көн дә бер девиз аҫтында төрлө саралар үткәрелде. Балалар аҙна барышында шиғыр һөйләү бәйгеһендә, һүрәттәр конкурстарында әүҙем ҡатнаштылар, башҡорт халҡының «Йәшерәм яулыҡ», «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйындарын өйрәнделәр. Уҡыусылар мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла һәм Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова, Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтарҙың ижады менән таныштылар. Уларҙың ижады буйынса викторина ла үткәрелде. Уҡыусыларға ҡыҫҡа метражлы башҡорт кинофильмдарын ҡарау ҙа оҡшаны. "Башҡорт телен яратам" девизы аҫтында уҡыусыларға башҡорт теленән берҙәм дәрестәр күрһәтелде. Аҙналыҡта әүҙем ҡатнашыусылар грамоталар менән бүләкләнде.