"Башҡорт теле - иманлы тел"

Декабрь 7, 2022 Просмотров: 27
 Красный Клин төп дөйөм биреү мәктәбендә БАШҠОРТ ТЕЛЕ АҘНАЛЫҒЫ башланды. Уҡыусылар аҙналыҡтың планы менән таныштылар. Беренсе көн "Башҡорт теле - иманлы тел" девизы аҫтында үтте. Уҡыусылар мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла һәм Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова, Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтарҙың ижады менән таныштылар. Уларҙың ижады буйынса викторина ла үткәрелде.